Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 1168

КУШНАРЕНКО ҠӘБЕРЛЕГЕ, Турбаҫлы мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 6 б. аҙ. — 7 б. 1‑се ярт. ҡарай. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. 1950 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1959 й. В.Ф.Генинг, М.С.Акимова өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 30 ҡәбер өйрәнелгән. 654 м2 ер ҡаҙылған. Мәйеттәр оҙон стеналары буйлап киртләстәре булған тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,4—1,3 м) салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Яндырыу йолаһы осрай. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙең баш яғында стеналарҙағы уйымдарҙа балсыҡ һауыттар һәм ҡорбан аҙығы (йылҡы, һыйыр һөйәктәре) ҡалдыҡтары, айырым ҡәберҙәр өйөмөндә йылҡы тиреһен йолаға ярашлы күмеү осрай. Керамика биҙәлмәгән (ҡайһы берҙәренең ауыҙ ситтәре һырланған), ҡом һәм шамот ҡушып яһалған яҫы, һирәгерәк түңәрәк төплө көршәктәрҙән тора. Бер ҡәберҙә Кушнаренко мәҙәниәте керамикаһы табылған. Ҡәберҙә ш. уҡ эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаш, тимер бысаҡтар һәм беҙ), бронза һәм көмөш тәңкәләр, тимер һәм һөйәк таралғылар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (бронза ҡаптырмалар, ат һәм айыу һыны рәүешендәге сулпылар, бронза, көмөш беләҙектәр һәм һырғалар, таш, быяла һәм гәрәбә муйынсаҡтар) табылған. К.ҡ. материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Шокуров А.П. Материалы к археологической карте нижнего течения р.Белой и среднего течения р.Ик //Древности Башкирии. М., 1970; Генинг В.Ф. Памятники у с.Кушнаренково на р.Белой (VI—VII вв. н.э.) //Исследования по археологии Южного Урала. Уфа, 1977.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: