Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ

Просмотров: 920

КӨШӨЛ ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 3—2 бб., б.э. 17—18 бб. ҡараған археологик ҡомартҡылар төркөмө. Дүртөйлө р‑ны Көшөл а. эргәһендә Кеүәш й. һул ярында урынлашҡан. 4 ҡурғанһыҙ ҡәберлектән тора. К.ҡ.I ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 12—13 бб. ҡарай. 1957 й. А.П. Шокуров тарафынан асыла, 1958 й. — И.Эрдейи, 1962 й., 1969 й. Н.А.Мәжитов тикшерә. 40 ҡәбер табылған (төрки ҡәбиләләрҙән ҡалған, тип фараз ителә). Мәйеттәр бәләкәй тар ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып ерләнгән. Баш остарында — эйәр һәм тимер өҙәңгеләр, аяҡ остарында аттарҙың баш һәм аяҡ һөйәктәре табылған. Ҡәберҙә ш. уҡ керамика, бронза беләҙектәр, һырғалар, тимер бысаҡтар табылған. К.ҡ.II ауылдан көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Б.э.т. 3—2 бб. ҡарай. Урындағы халыҡ тарафынан табыла, 1966 й. С.М.Васюткин, 1969 й. Мәжитов һәм Б.Б.Агеев өйрәнә. Пьяный Бор мәҙәниәтенә ҡараған 10 ҡәбер табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,8—1 м) салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа, көньяҡ-көнсығышҡа һәм көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙә тимер бысаҡтар һәм уҡ башаҡтары, эш ҡоралдары, биҙәнеү әйберҙәре (бронза сулпылар, муйынсаҡтар, алтын пластина кеүек һырға) табылған. К.ҡ.III ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Б.э.т. 1 б. — б.э. 3 б. ҡарай. 1969 й. Мәжитов һәм Агеев тарафынан асыла һәм тикшерелә. Пьяный Бор мәҙәниәтенә ҡараған 324 (44 бала ҡәбере) ҡәбер табылған. Ҡәберҙәрҙең күпселегендә мәйет яңғыҙ, 9‑ында — парлап ерләнгән. 2 ҡәбер соҡоронда 3 һәм 5 мәйет табылған, 1‑һендә 5 баш һөйәге булған. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,5—0,7 м) салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Аҡбур һәм ҡайыр ҡалдыҡтары табылған. Керамика яҫы төплө туҫтаҡ рәүешендәге һауыттарҙан тора (ҡайһы берҙәренә ауыҙы тирәләй түңәрәк соҡорло биҙәк баҫылған). Ирҙәр ҡәберендә — ҡорал (бысаҡ ҡындары өсөн бронза биҙәүестәр, тимер һөңгөләр, ҡылыстар, бронза, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары), эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, беҙҙәр, таш ҡайраҡтар), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер өҙәңгеләр, ауыҙлыҡтар) һәм бронза тәңкәләр, тимер һәм һөйәк таралғылар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары; ҡатын-ҡыҙҙыҡында биҙәнеү әйберҙәре (һорау билдәһе рәүешендәге бронза сикә сулпылары, төрлө формалағы еҙ айылдар, эполет рәүешендәге ҡаптырмалар, кейем биҙәүестәре, йөҙөктәр, һырғалар, бронза һәм тимер беләҙектәр, быяла муйынсаҡтар) табылған. К.ҡ.IV ауылдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 1,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1969 й. Мәжитов һәм Агеев тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 6 ҡәбер табылған (мари ҡәбиләләренән ҡалған, тип фараз ителә). Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында ағас табуттарға салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Тимер бысаҡтар, бронза сикә сулпылары һәм ҡаптырмалар, 17 б. — 18 б. башына ҡараған урыҫ көмөш тәңкәләре табылған. Ҡомартҡы тимер быуатта Ағиҙел й. түбәнге ағымындағы һул ярына төрлө ҡәбиләләрҙең күсенеп ултырыу этаптарын күрһәтә. К.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Агеев Б.Б., Мажитов Н.А. III Кушулевский могильник пьяноборской культуры //Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986.

Ә.Н.Солтанова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: