Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРМИШИН Дмитрий Дмитриевич

Просмотров: 1146

КАРМИШИН Дмитрий Дмитриевич [4.11.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Предтечино а. (БР‑ҙың Шаран районы) — 7.11.1956, Будапешт, Львов ҡ. ерләнгән], лётчик, гвардия капитаны (1956). Советтар Союзы Геройы (1956). 1956 й. Венгрияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов исемендәге Беренсе Чкалов хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлаған (1948). 1943 й. алып Совет армияһында. Герой исеменә Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө 177‑се гвардия бомбардировка авиацияһы дивизияһы 880‑се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья штурманы гвардия капитаны К. Будапешт ҡ. өҫтөндә һауа разведкаһы үткәргәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1956). Шаран районы Дмитриева Поляна а. К. исеме урамға бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына һәм Преображенский а. ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған, Шаран а. урамға уның исеме бирелгән, уға иҫтәлекле плита ҡуйылған.

  Әҙәб.: У с л и н с к и й Г. Живой родник //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024