Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛМЫКОВ Алексей Иванович

Просмотров: 1509

КОЛМЫКОВ Алексей Иванович [17.1.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айтуған-Дурасов а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 15.2.1997, Һарытау өлк. Заволжский ҡсб], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып Калинин, Балтик буйы, 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 3‑сө удар армия 25‑се инженер-сапёр бригадаһы айырым мотоинженер разведка ротаһының сапёр-разведчигы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н К. 1944 й. 27 июлендә һәм 11—20 нояб. Резекне ҡ. һәм Лидуми торама пункты (Латвия ССР‑ы) һәм 1945 й. 28 февр. — 1 мартында Врицен ҡ. (Германия) эргәһендә разведка алып барғанда күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Заволжскиҙа эшләй. 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1945 й. майы), 2‑се (ш. уҡ йылдың ғин.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а. Геройҙар аллеяһында К. һәйкәл, Пугачёв ҡ. бюст ҡуйылған.

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019