Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУДИМОВ Павел Васильевич

Просмотров: 1009

КУДИМОВ Павел Васильевич (1899, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән а., — 27.10.1943, Украина ССР‑ы Ходоров а. янында), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Түбә руднигында (Баймаҡ р‑ны) эшләй. 1942 й. башлап Воронеж, 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 253‑сө уҡсылар див. 979‑сы уҡсылар полкының взвод ком. старшина К. 1943 й. 26 сент. Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). К. исеме тыуған ауылындағы һәм Баймаҡ ҡ. урамдарға бирелгән, Белорет ҡ. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Колядин Ф. У высоких круч //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019