Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЖАҠОВ Морат Ғәлләм улы

Просмотров: 1222

ҠУЖАҠОВ Морат Ғәлләм улы [10.3.1904, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Мораптал а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 30.10.1986, Өфө, Иҫке Мораптал а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Көйөргәҙе р‑нының В.И.Чапаев ис. к‑зында эшләй. 1942 й. апр. башлап Сталинград, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының ҡылыслылар отделениеһы ком. гвардия өлкән сержанты Ҡ. 1943 й. 27 сент. ҡараған төндә Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) 1964 й. тиклем Көйөргәҙе р‑нының С.М.Киров ис. к‑зында эшләй: 1953 й. тиклем рәйес, 1953—57 йй. бригадир. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡ. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, урта мәктәп бинаһына уға мемориаль таҡтаташ, Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а. Геройҙар аллеяһында һәйкәл (2018) ҡуйылған.

Әҙәб.: Павлов Б. Взрыв на закате //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019