КУЗНЕЦОВ Александр Павлович
КУЗНЕЦОВ Александр Павлович [8.11.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Екатериновка а. (БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 30.5.1979, Львов ҡ., Ивано-Франковск ҡ. ерләнгән], артиллерист, гвардия полковнигы (1975). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев артиллерия училищеһын тамамлаған (1953). 1941 й. алып Совет армияһында. 1942 й. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 69‑сы армия 4‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель бригадаһы 277‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының идара итеү взводы командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән К. 1944 й. 25 июлендә, 31 июле — 4 авгусында һәм 1945 й. 14—16 ғинуарында Люблин, Варшава һәм Радом ҡҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1971) Ивано-Франковск ҡ. 2‑се урта мәктәбендә эшләй. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. сентябре һәм авгусы) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Бәләбәй ҡ. Геройҙар аллеяһында К. бюст, ул уҡыған педагогия колледжы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәб.: Х о х л о в Н. Солдатские рубежи //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.
Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев