Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗНЕЦОВ Георгий Иванович

Просмотров: 1414

КУЗНЕЦОВ Георгий Иванович (7.5.1900, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Бармаҡ утары — 20.4.1979, Белово ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Көнбайыш һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында 31‑се армия 31‑се инженер-сапёр бригадаһының отделение ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н К. 1944 й. 12—13 окт. Литва ССР‑ы Леполаты а. янында, 1945 й. 15 ғин. һәм 10 февр. Голдап һәм Лидзбарк торама пункттары (Германия; хәҙ.  Голдап һәм Лидзбарк-Вельски ҡҡ., Польша) эргәһендәге алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Белово ҡойоу-механика з‑дында эшләй. 1‑се (1951), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Белово ҡ. урамға бирелгән, уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Әҙәб.: Фронтовики, наденьте ордена! Кемерово, 1970.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023