Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗНЕЦОВ Григорий Тимофеевич

Просмотров: 1241

КУЗНЕЦОВ Григорий Тимофеевич (7.1.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Крадено-Михайловка а. — 13.2.1947, Ишембай ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Көнбайыш, Белоруссия, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 33‑сө армия 49‑сы уҡсылар див. 1‑се айырым сапёр батальонының отделение, 1944 й. алып взвод командиры. Дан орд. м‑н К. 1945 й. 14 ғин., 4 февр. һәм 16 апр. Радом (Польша), Франкфурт һәм Берлин (Германия) ҡҡ. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Ишембай нефть ҡыуыу з‑дында эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1946), 2‑се (1945 й. февр.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Ишембай ҡ. Геройҙар аллеяһында К. бюст, Мәләүез ҡ. иҫтәлекле плита ҡуйылған.

Әҙәб.: Булатов  Г. Автографы минёра //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019