Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВ Айрат Таһир улы

Просмотров: 997

КӘРИМОВ Айрат Таһир улы (21.1.1941, Өфө — 11.5.2016, шунда уҡ), комп., пианист. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1995). Композиторҙар союзы ағзаһы (1991). Т.Ш.Кәримовтың улы. Урал консерваторияһын (Свердловск ҡ., 1964; И.М.Рензиндың фп. класы) һәм ӨДСИ‑не (1981; З.Ғ.Исмәғилевтең композиция класы) тамамлаған. 1964 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1966 й. — Орёл ҡ., 1967—69 йй. һәм 1970—76 йй. — Башҡ., 1969—70 йй. Ростов филармонияларында пианист-концертмейстер, 1981—88 йй. Респ. урыҫ драма театрының (Өфө) музыка бүлеге мөдире. Әҫәрҙәре араһында “Ҡыҙ урлау” (“Похищение девушки”; 1998, М.Кәримдең ш. уҡ исемле пьесаһы б‑са И.Х.Хәбиров либреттоһы) балеты, Фп. м‑н оркестр өсөн концерт‑рапсодия (1981), “Ҡаһарманлыҡ” (“Мужество”; 1985, Х.Ғиләжевтең “Ҡырҡ алтынсы һалдат” поэмаһы б‑са) симфоник картинаһы, татар халыҡ йыры “Тәфтиләү”гә Ҡыллы квартет өсөн фантазия (1994), Е.М.Николаевская тәржемәһендәге М.Кәрим шиғырҙарына “Карусель” хор поэмаһы (1981), эстрада ансамбле өсөн пьесалар һ.б. Башҡ. халыҡ йырҙарының эшкәртмәләре, Башҡорт драма театры һәм Урыҫ драма театрының 30 спектакленә музыка; “Киләсәккә ауыр юл” (“Трудный путь в будущее”; 1993), “Минең ҡалам” (“Город мой”; 1995), “Рауил Бикбаев” (“Равиль Бикбаев”; 2000), “Мостай Кәрим” (“Мустай Карим”; 2001) документаль фильмдарына музыка авторы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск ҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1968), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. СССР буйлап гастролдәрҙә була. Б.В. һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығына (1995), 65 йыллығына (2011) арналған Респ. муз. әҫәрҙәр конкурстары лауреаты. Башҡортфилармонияһының “Ирәндек” вокаль-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм художество етәксеһе (1970—76).

Х е ҙ м.: Йырҙар һәм романстар. Өфө, 2003; Пёстрый альбом: сб. фп. пьес для детей и юношества. Уфа, 2001; Сборник пьес для духовых и ударных инструментов. Уфа, 2010; Сборник пьес для духовых инструментов. Театр. 2. Уфа, 2011.

Әҙәб.: Г а л и н а Г. Хистәр яҡтылығы //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

 

 Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019