Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1257

ИБРАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Маҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 53 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Рәүҙәк й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 454 кеше; 1920 — 463; 1939 — 391; 1959 — 310; 1989 — 191; 2002 — 134; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе Ибрай Бикбулатов исеме м‑н аталған. 1795 й. 27 йортта 91 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 397 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа эшләгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында тирмән таштары һәм ағас әйберҙәр яһау күрһәтелгән.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019