Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪӘКӘЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 611

ИҪӘКӘЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Сухоречка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 35 км һәм Приют т. юл ст. К. табан 38 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 398 кеше; 1920 — 480; 1939 — 466; 1959 — 338; 1989 — 177; 2002 — 157; 2010 — 129 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы Рәтамаҡ а. (хәҙ. Йәрмәкәй р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Иҫәкәй Исадиҡов исеме м‑н аталған. 1795 й. 3 йортта 17 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 219 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. И. (Палаткин) исеме м‑н аталған. И.И.Байморатов ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019