Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛМАҠЛАР, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 797

ҠАЛМАҠЛАР, Салауат р‑нындағы ауыл, Салауат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 3 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. 29 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 363 кеше; 1920 — 388; 1939 — 380; 1959 — 334; 1989 — 177; 2002 — 230; 2010 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 1729 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә хеҙмәтле ҡалмыҡтар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. 8 йортта 56 кеше йәшәгән, 1865 й. 25 йортта — 149 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019