Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 688

ҠАЛМЫЯБАШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡалмыя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 415 кеше; 1920 — 363; 1939 — 381; 1959 — 313; 1989 — 368; 2002 — 413; 2010 — 351 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Бабай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Бөрө өйәҙе Эске-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Исеме гидронимға бәйле. 1865 й. 35 йортта 216 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: