Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘЛСЕР-БУРАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 913

КӘЛСЕР-БУРАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Яңы Кәлсер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 686 кеше; 1920 — 491; 1939 — 517; 1959 — 447; 1989 — 305; 2002 — 312; 2010 — 318 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш башҡорттар нигеҙ һала, 1664 й. алып билдәле. 1811 й. бында Сембер губ. Ҡурмыш өйәҙенән хеҙмәтле татарҙар килеп ултырған. Исеменең беренсе өлөшө — “кәлсер” этнонимынан (ҡара: Табын), икенсе өлөшө тәүге төпләнеүсенең исеменән (уның улы Яуыш Буранов билдәле) барлыҡҡа килгән. 1795 й. 22 йортта 133 кеше (ш. уҡ мишәрҙәр иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 343 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. ауылға 18 б. аҙ. нигеҙләнгән Тимербай (Кәлсер- Тимербай) а. ҡушылған.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: