Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУҘБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 652

ҠУҘБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1025 кеше; 1920 — 1232; 1939 — 1107; 1959 — 846; 1989 — 518; 2002 — 447; 2010 — 394 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1708 й. алып билдәле. 1767 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. 1795 й. 8 кеше йәшәгән, 1865 й. 126 йортта — 656 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: