Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮҘӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 636

КҮҘӘЙ, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 506 кеше; 1920 — 415; 1939 — 377; 1959 — 323; 1989 — 203; 2002 — 190; 2010 — 127 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1738 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1865 й. 51 йортта 312 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: