Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОГРАФИК КАРТАЛАР

Просмотров: 1380

ГЕОГРАФИК КАРТАЛАР, Ер өҫтөнөң яҫылыҡтағы кесерәйтеп дөйөмләштерелгән һүрәттәре, картаның тәғәйенләнешенә ярашлы һайлап алынған һәм һүрәтләнгән ижт. һәм тәбиғәт күренештәренең урынлашыуын, бәйләнештәрен күрһәтәләр. Г.к. тамғаларҙан торған мәғлүмәт биреүсе, оригиналға ҡарата аралыҡ-ваҡыт б‑са оҡшаш, метрик, күҙәтмәле моделдәр итеп ҡарарға кәрәк. Г.к. махсус матем. закондарға таянып төҙөү (картографик проекция), күренештәрҙе айырым билдә системалары — картография символдары ярҙамында биреү (картографик легенда), һүрәтләнгән күренештәрҙе һайлап алыу һәм дөйөмләштереү (картографик генерализация, системалылыҡ) хас. Йөкмәткеһе б‑са —  дөйөм геогр., тематик (ижт. һәм тәбиғәт күренештәре һ.б. карталары), махсус; һүрәтләгән терр‑яһы б‑са — донъя, төбәк һәм локаль; масштабы б‑са ҙур, уртаса һәм бәләкәй масштаблы, электрон һ.б. Г.к.  бүләләр. Башҡортостан терр‑яһының иң тәүге картографик һүрәтләнеше Птолемейҙың донъя картаһында бирелә (яҡынса б.э. 90 — 160 йй.): картала Ра й. (Волга) түбәнге ағымынан көнсығыштараҡ Даикс й., йәғни Яйыҡ й. (Урал) һәм уның уң ҡушылдыҡтары (Таналыҡ һәм Һаҡмар йй.), унан төньяҡ-көнбайышҡа табан Риммикей (Урал) тауҙары төшөрөлгән. Мәхмүт Ҡашғариҙың түңәрәк донъя картаһында Атиль й. (Волга) һәм  Урал тауҙары, башҡорт, татар далалары һ.б. һүрәтләнгән. Башҡортостан терр‑яһының геогр. объекттары Иҙрисиҙең карталар йыйылмаһында бирелгән. Монастырь карталары (“Т—О” тибындағы) тип аталған Лейпциг, Англо-Сакс һ.б. карталарҙа Урал тауҙары (Riphei montes) төшөрөлгән; төбәктең ҡайһы бер геогр. объекттары Паулинус де Венетиистың диск рәүешендәге картаһында (яҡынса 1320 й.) осрай. Урта быуат Көнбайыш Европа Г.к. өсөн Башҡорт (Паскерти, Паскатир, Пашхерти һ.б. варианттары) һәм Өфө атамаларын тиңләү хас. Бер туған Пициганоларҙың картаһында (1367) Pascerty тип яҙылған ҡала күрһәтелгән; Фра-Мауроның донъя картаһында (1459) Каспий диңгеҙе, Волга, Яйыҡ йй., Урал тауҙары, Бөйөк Һарай билдәләнгән. Урыҫ Г.к. Башҡортостан т‑дағы мәғлүмәттәр 16 б. күренә башлай, улар “юл китаптары”н — хеҙмәтле кешеләр өсөн юл күрһәткестәр төҙөүгә бәйле. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң “Ҙур Һыҙмалар китабы”нда (“Книга Большому Чертежу”, 1627), С.У.Ремезовтың һәм уның улдарының карталарында терр‑я ентекле тасуирлана; 1723 й. геодезик планлы төшөрөү (ҡара: Геодезия) нигеҙендә тәүге тапҡыр Өфө өйәҙе картаһы эшләнә. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) ваҡытында өйрәнелгән терр‑ялар, Яйыҡ й. басс., Көньяҡ Урал файҙалы ҡаҙылмаларының (1740) һ.б. карталары төҙөлә. 1755 й. И.Красильников етәкс. Ырымбур губ. ген. картаһы өҫтөндә эш тамамлана. Академик экспедициялар материалдары б‑са файҙалы ҡаҙылмаларҙың ген. картаһы (1765 й.; 150‑нән ашыу ятҡылыҡ билдәләнгән); Ырымбур губ. дөйөм геогр. картаһы (1772; И.Ф.Трускотт) төҙөлә. Адм. үҙгәртеп ҡороуҙар яңы Г.к. барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә: “Наместниклыҡтарға бүленгән Рәсәй империяһының яңы картаһы” (“Новая карта Российской империи, разделённой на наместничества”; 1786), “Өфө наместниклығы картаһы” (“Карта Уфимского наместничества”; 1786, А.Либен, П.Ушаков), “13 өйәҙгә бүленгән Өфө наместниклығының генераль картаһы” (“Генеральная карта Уфимского наместничества, разделённого на 13 уездов”; 1781) һ.б. Генераль ыҙанлау барышында дайсаларҙың ентекле пландары һәм карталары эшләнә. 19 б. 20‑се йй. алып Хәрби топографтар корпусы ҙур масштаблы Г.к. төҙөй (ҡара: Топография). Идара итеүҙең кантон системаһы “Башҡорт кантондарының сиктәре күрһәтелгән Ырымбур өлкәһе картаһы”нда (“Карта Оренбургского края с указанием границ башкирских кантонов”; 1850, И.Ф.Бларамберг) сағыла. 19 б. уртаһынан геол., тупраҡ, урмандар, тау з‑дтарының урынлашыу, приискылар һәм рудниктар, ауылдар һ.б. карталары төҙөлә. 20 б. башында земство карталары: ауылдарҙы ентекле һүрәтләгән өйәҙ, ер төҙөлөшө карталары һ.б. нәшер ителә. Революциянан (1917) һуң БашҮБК Административ комиссияһы тарафынан Бәләкәй Башҡортостан (1920), кантондар карталары (1925—28) һ.б. төҙөлә. 1905—08 йй. этнографик экспедиция йомғаҡтары б‑са С.И.Руденко, Ф.А.Фиельструп “Башҡорттарҙа көнкүреш элементтары таралыу картаһы” (“Карта распространения бытовых элементов у башкир”) һәм “Башҡорт крайы халҡының ҡәбилә составы” (“Карта племенного состава населения Башкирского края”; 1925) төҙөй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре б‑са БАССР‑ҙың геология, тупраҡ, геоботаника, климат Г.к. төҙөлә. Респ. адм.‑терр. ҡоролошоноң үҙгәреүе адм.‑сәйәси карталарҙа сағылыш таба (1932, 1953, 1972 һ.б.). 20 б. уртаһынан геология, геодинамика, геотермия, геохимия, ландшафты өйрәнеү ғилеме, климатология һ.б. б‑са яңы тематик Г.к. төҙөлә. Шулай уҡ ҡара: Картография.

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019