Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЬВОВ Михаил Давыдович

Просмотров: 1229

ЛЬВОВ Михаил Давыдович [ысын исеме Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы; 4.3.1917 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 22.12.1916), Өфө губ. Златоуст өйәҙе Нәсибаш а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 25.1.1988, Мәскәү], шағир. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1941). 30‑сы йй. “Пролетарская мысль” (“Пролетар фекер”, Златоуст ҡ.) гәз., трактор һәм станоктар эшләү заводтары (Силәбе ҡ.) гәз. эшләй. Һуғыштан һуң Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй: “Юность” (“Йәшлек”) ж. бүлек мөдире, Мәскәү яҙыусылар ойошмаһы идаралығының секретары, “Новый мир” (“Яңы донъя”) гәз. баш мөхәррир урынбаҫары. “Ваҡыт” (“Время”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1940 й. сыға.

Шиғриәтенә публицистика, юғары гражданлыҡ пафосы хас. “Урал һуғыша” (“Урал воюет”; 1943), “Юл” (“Дорога”; 1944), “Был йылдар” (“Эти годы”; 1963), “Ҡаршы хәрәкәт” (“Встречное движение”; 1984) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. “Салауат һандуғастары” (“Соловьи Салавата”), “Мин тағы күрҙем...” (“Опять увидел я…”), “Боронғо йырҙарҙы ишетәм...” (“Слышу древние песни…”) һ.б. шиғырҙары Башҡортостанға, тыуған ауылына арналған. Әҫәрҙәре Х.Ғиләжев, Р.Ф.Мифтахов, Р.Х.Ниғмәтуллин, Ғ.Й.Рамаҙанов, Р.М.Сабитов тарафынан башҡ. теленә тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына комп. А.Н.Пахмутова йырҙар [“Эҫе ҡар” (“Горячий снег”), “Ҡосаҡлашып ултыра ветерандар” (“Сидят в обнимку ветераны”), “Бөйөк йылдарға баш эйәйек” (“Поклонимся великим тем годам”) һ.б.] ижад иткән. 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән. Л. исемен Силәбе тракторҙар заводының әҙәби берләшмәһе йөрөтә.

Әҫәрҙ.: Салауат һандуғастары: шиғырҙар. Өфө, 1980; Избранные произведения: в 2 т. М., 1981; Собрание сочинений: в 3 т. М., 1987—1988.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: