Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИҢНУЛЛИН Роберт Мөғәллим улы

Просмотров: 1250

МИҢНУЛЛИН Роберт Мөғәллим улы (1.8.1948, БАССР‑ҙың Илеш районы Нәжәде а. — 27.3.2020, Ҡазан ҡ.), яҙыусы, журналист. ТР‑ҙың халыҡ шағиры (2005). ТР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), БР‑ҙың (1998) һәм Марий Элдың (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. К.М.Миңнуллиндың ағаһы. Ҡазан университетын тамамлаған (1973). 1966—68 йй. “Маяк” гәзите хеҙмәткәре, 1973 й. алып ТР‑ҙа эшләй: 1977 й. тиклем һәм 1986—95 йй. (баш мөхәррир) “Һабантуй” гәзите, 1977 й. — “Казан утлары” журналы, 1983—86 йй. ТАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының художестволы тапшырыуҙарының баш мөхәррире; 1995 й. алып ТР‑ҙың Дәүләт советында: Мәҙәниәт һәм милли мәсьәләләр буйынса комиссия рәйесе; 2000 й. — ТР закондарының татар һәм урыҫ телдәрендәге текстарының оҡшашлығын раҫлау буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары; 2004—14 йй. рәйесе. “Бәхетле булығыҙ” исемле тәүге китабы 1976 й. сыға. М. лирикаһына күңел күтәренкелеге, нескә юмор хас. “Әсәйемдең сал сәстәре” (1986), “Күңел болоҡһоғанда” (2004) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар, балалар өсөн яҙылған “Күстәнәс” (1995), “Хәрефтәр байрамы” (1997) һ.б. китаптар авторы. “Ҡәҙерле яҡташтарым минең!” (2013) китабы, “Мин һағындым һеҙҙе, ауылдаштар”, “Илеш һабантуйы”, “Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейында” һ.б. шиғырҙары (бөтәһе лә — татар телендә) Башҡортостанға арналған. Татар балалар фонды рәйесе (1988—95), “Талбишек” әҙәбиәтте һәм сәнғәтте яҡлау фонды директоры (2008 й. алып), Бөтә Рәсәй “Татар ғаиләһе” фонды рәйесе (2012 й. алып). ТР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш, ТР Дәүләт советының 1—4‑се саҡырылыш депутаты. “Донъялағы иң ҙур алма” (1992) шиғырҙар китабы ЮНЕСКО эргәһендәге Х.К.Андерсен исемендәге Халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломына лайыҡ була (1994). ТР‑ҙың Ғ.Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы (1998), М.Йәлил исемендәге (1982), А.Алиш исемендәге (1997), Ф.Кәрим исемендәге (2002), Г.Локке исемендәге (2007), Н.Нәжми исемендәге (2011), Ҡ.Насыри исемендәге (2011) премиялар лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (2013).

  Ә ҫ ә р ҙ.: Мин һине яратам: шиғырҙар, йырҙар. Өфө, 2008 ; Уфа—Казан юллары: шигырьләр, эпиграммалар. Казан, 1998; Әсәрләр: 7 томда. Казан, 2007.

  Әҙәб.: Н ә ж м и Н. Күңел сәхифәләре. Өфө, 1999; Ар‑Серги В. Путешествие с поэтом Робертом Миннуллиным из Казани в Уфу и обратно. Казань, 2008; С а р г и н Р. Лирика Роберта Миннуллина. Казань, 2012. 

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

С.Ғ.Сафуанов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: