ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Илеш р‑нындағы ауыл
743
ҠЫҘЫЛ ЙОНДОҘ, Й о н д о ҙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 99 кеше; 1959 — 149; 1989 — 102; 2002 — 106; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы Егерме икенсе партсъезд исемендәге колхозда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында ш. уҡ кантондың Баҙытамаҡ а. кешеләре а.х. артеле булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. ҡасаба булараҡ теркәлгән, 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: