Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИҢНУЛЛИН Туфан Ғабдулла улы

Просмотров: 1488

МИҢНУЛЛИН Туфан Ғабдулла улы (25.8.1935, ТАССР‑ҙың Оло Мәрәтхужа а. — 2.5.2012, Ҡазан), драматург. ТР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2005), РСФСР‑ҙың (1984), ТАССР‑ҙың (1978), БР‑ҙың (1995) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. ТР ФА акад. (2007). 1984—89 йй. ТАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. М. драматургияһына жанр төрлөлөгө, күтәрелгән проблемаларҙың актуаллеге һәм киҫкенлеге хас. “Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, “Ай булмаһа, йондоҙ бар”, “Илгизәр плюс Вера”, “Бишек йыры”, “Мулла” драмалары, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”, “Әлдермештән Әлмәндәр” комедиялары һ.б. б‑са БР театрҙары сәхнәләрендә спектаклдәр ҡуйыла. “Дуҫлыҡ өсөн” (1965), “Кеше бул” (1975; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. М.Йәлил ис. (1974), РСФСР‑ҙың К.С. Станиславский ис. Дәүләт (1979), ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт (1979) пр. лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1974), “ТР‑ҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2005) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡазанда 12‑се татар гимназияһында М. хәтер залы асылған, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме м‑н урам аталған. Түб. Кама дәүләт драма театрына М. исеме бирелгән. 

Ә ҫ ә р ҙ.: Моңло бер йыр: пьесалар. Өфө, 1987; Ултырып уйҙар уйланым: хикәйәләр, хикәйәттәр. Өфө, 1996. 

Әҙәб.: А с а н б а е в Н. Хызыр Ильяс илендә. Өфө, 2001.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: