Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИРЗАНОВ Бәхтейәр Ғүмәр улы

Просмотров: 1431

МИРЗАНОВ Бәхтейәр Ғүмәр улы (10.11.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Йөрәктау‑Муҡшы а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Йөрәктау а., — 17.7.1941, Өфө), шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914), БАХИ‑ла (1935), БДМИ‑ла (1937—41) уҡыған. 1914—15 йй. “Сөйөмбикә” ж. (Ҡазан) хеҙм‑ре. 1917—19 йй. Сәмәрҡәнд, Орск ҡҡ. уҡытыусы булып эшләй; 1920 й. алып АСБР‑ҙың Мәғариф ХК инспекторы; 1922—26 йй. тыуған ауылында уҡыта; 1929—31 йй. Маҡар район Ер бүлегендә ерҙе файҙаланыу б‑са белгес; 1936—37 йй. “Коммуна” (ҡара: “Ҡыҙыл таң”) гәз. бүлек мөдире. Тәүге әҫәрҙәре 1914— 15 йй. “Шура” ж., “Ваҡыт”, “Тормош” һ.б. гәз. баҫтырыла. 1910 йй. яҙылған әҫәрҙәре (“Күңел йыуатыу”, “Әсәйем ҡәбере янында”, “Күңелем тарихы” һ.б.) ысынбарлыҡтан биҙеү, теге донъя т‑да хыялланыу, төшөнкөлөк рухы м‑н һуғарылған. “Ҡыҙыл сәскәләр” шиғри йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Аҡ батша”, “Кескенә революционер” (бөтәһе лә — 1921) китаптары авторы.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983. 

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Ф.С.Фазылова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: