Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЕКАМА ҠАЛА ҺӨТ ЗАВОДЫ

Просмотров: 860

НЕФТЕКАМА ҠАЛА ҺӨТ ЗАВОДЫ, “Аллат” ЯАЙ (Өфө) филиалы. Айыртылмаған һөт һәм майһыҙ продукция, адыгей сыры, иретелгән сыр, мал майы, майлы эремсек етештерә. Составына ҡабул итеү‑аппарат (һөт һәм һөт продукттарын ҡойоу), эремсек ризыҡтары эшләү цехтары инә. 2012 й. 236 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1962 й. Нефтекама май эшләү з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1964 й. алып Нефтекама ҡала май з‑ды, 1967 й. — Н.ҡ.һ.з., 1994 й. — ААЙ, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр йодоказеин м‑н байыҡтырылған һөт, кефир һәм ҡаймаҡ етештереү үҙләштерелә (2002).  

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: