Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

Просмотров: 924

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, 1979 й. ойошторола, 1987 й. Нефтекама быраулау инструменттары з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1990 й. алып “Бур” ҠП, 1997 й. — Н.н.һ.г.м.э.з. ААЙ, 2001 й. завод скважиналарҙы ремонтлау өсөн махсус техника етештереүгә күсә (автомобилдәр һәм тракторҙар базаһында), 2006 й. ябыла. Составына әҙерләү, механик йыйыу (икеһе лә 1989 й. асыла), ҡойоу цехтары (1993); төҫлө ҡойоу һәм тимерсе участкалары (икеһе лә — 1991 й.) һ.б. ингән. Нефть һәм газ промыслаһы ҡорамалдары һәм инструменттары, торба һәм металл шлангтар өсөн арматура, төҫлө металдарҙан ҡойоу, перфораторҙар, электр йылытҡыстары һ.б. етештергән. 2001 й. 480 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: