Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЬШИНА Елена Александровна

Просмотров: 1148

МИЛЬШИНА Елена Александровна (8.5.1971, Ишембай ҡ.), спортсы. Халыҡара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2007), Рәсәй гроссмейстеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлаған (2012). Шашка буйынса Профсоюздар спорт йәмғиәте ДЮСШ (Ишембай ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1997—2004 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464, бер үк ваҡытта 1999—2004 йй. — “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.И.Мильшин, Ю.В.Черток). Классик программа буйынса Рәсәй чемпионы (1994—95, 2001, 2014), Рәсәй кубогын яулаусы (2018), Европа (2001, 2004) һәм Рәсәй (2004, 2007, 2009) чемпионаттарының көмөш призёры, Донъя кубогының (2011), Европа (2002, 2018) һәм Рәсәй (1995, 2003, 2012—13, 2020) чемпионаттарының бронза призёры; блиц буйынса Рәсәй чемпионы (1998, 2005, 2013), донъя чемпионатының көмөш призёры (2007), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2003, 2006—07, 2016) һәм бронза (2000, 2009—10, 2015, 2018) призёры; тиҙ программа буйынса Рәсәй чемпионы (1998, 2002, 2006, 2009), Рәсәй кубогын яулаусы (2018), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2000, 2003, 2008, 2017—19) һәм бронза (1996, 2015) призёры. Тиҙ программа буйынса донъя (2018), Европа (2019) һәм Рәсәй (2018) чемпионы, Европа чемпионатының бронза призёры (2019); классик программа буйынса Европа (2019) һәм Рәсәй (2018) чемпионы, Европа чемпионатының көмөш призёры (2021); команда зачётында блиц буйынса Европа (2019) һәм Рәсәй (2018, 2020) чемпионы, донъя чемпионатының бронза призёры (2021). Клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2002). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1989). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994 й. алып). 1990 й. башлап Шашка буйынса спорт мәктәбе тренеры (Ишембай ҡ.).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022