Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕЙКОЗ

Просмотров: 1051

ЛЕЙКОЗ (гр. leuko†s — аҡ), електең ҡан яһалышы туҡымаларының шеш ауырыуҙары.

Кеше Л. Шеш тыуҙырыусы күҙәнәктәрҙең формаһына ҡарап киҫкен (лимфо‑, миело‑, моно‑, эритробласт һ.б.) һәм хроник (лимфо‑, миело‑, моноцитар, эритремия, миелом ауырыуы һ.б.) төрҙәрҙе айырып йөрөтәләр. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре билдәһеҙ. Ауырыуҙың үҫешенә канцерогендар тәьҫире, генетик факторҙар һ.б. булышлыҡ итә. Л. булғанда ҡан яһаусы күҙәнәктәрҙең генетик коды үҙгәрә, был уларҙың үҫеү процестары боҙолоуына һәм бүленеүенә килтерә. Елеккә шеш күҙәнәктәренең үтеп инеү һәм ҡайһы бер ҡан эшләүсе күҙәнәктәрҙең үҫеше тотҡарланыу дәрәжәһенә бәйле инфекцион‑токсик, геморрагик, анемия һ.б. синдромдар барлыҡҡа килә. Диагностика өсөн клиник, лаб. мәғлүмәттәр (ҡан анализы, миелограмма, шеш күҙәнәктәрен иммунофенотиплау), иммунологик һәм гистологик (трепанобиопсия) тикшереү ысулдары файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз (шешкә ҡаршы препараттар), ярҙамсы терапия (дезинтоксикация, тромбоциттарҙы һәм эритроцитар массаны алмаштырыусы матдәләр ебәреү, бактерияларға һәм бәшмәктәргә ҡаршы препараттар), хирургик (елек күсереп ултыртыу), нурҙар м‑н һ.б. дауалау. Башҡортостанда йыл һайын Л. м‑н ауырыуҙың 450‑нән ашыу осрағы теркәлә. Л. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) башлана: респ. гемобластоздарҙың эпидемиологияһы өйрәнелә (Г.Ф. Туғыҙбаева, Е.Г.Царёва), 90‑сы йй. алып Ә.Б.Бәкеров етәкс. Өфөлә гемобластоздарҙың медик‑соц. аспекттары (Р.Ф.Ғарифуллина, Д.Р.Йәнекәева һ.б.), миелома бик күп булғанда клиник- патогенетик үҙенсәлектәре, уны күҙаллау факторҙары һәм уның м‑н ауырыусанлыҡ тикшерелә (Д.Х.Кәлимуллина), киҫкен һәм хроник миело‑ һәм лимфолейкоздарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары булдырыу, камиллаштырыу б‑са эштәр алып барыла (Б.Ә.Бәкеров, Г.Ә.Ғайсарова, З.Ф.Ғимаева, В.В. Ғәйнетдинова, М.Е.Ханова һ.б.), гемобластоздар м‑н ауырығандарға химиотерапия үткәргәндә йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһының функциональ торошо өйрәнелә (Н.Х.Йәнтүрина, С.Ф.Мөҡминова, Г.Р.Мырҙина).

Хайуандар Л. Һыйыр малының һәм ҡоштарҙың төрлө формалағы Л. тыуҙырыусы булып Retroviridae ғаиләһенә ҡараған РНК‑лы вирус тар тора. Хайуандар Л. оҙаҡ бара, йыш ҡына бер ниндәй ҙә клиник билдәләре һиҙелмәй. Төрлө ағзаларҙағы шештәр һәм лейкоз инфильтрацияһы (лимфа төйөрҙәре, талаҡ, бауыр ҙурайыуы) интоксикацияға һәм организмдың хәлһеҙләнеүенә, зарарланған ағзаларҙың функциялары боҙолоуына килтерә. Диагностика өсөн лаб. (вирусологик, иммунологик һ.б.), гистологик һәм патологоанатомик тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау ысулдары эшләнелмәгән. Иҫкәртеү: Л. осраған хужалыҡтарҙа һауыҡтырыу саралары комплексы үткәреү. БР‑ҙа 2012 й. һыйыр малы Л. м‑н ауырыған 1 пункт теркәлә. Аграр университетта 20 б. 60‑сы йй. һыйыр малы Л. диагностикалау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Л.Н.Судзиловский), 90‑сы йй. алып һыйыр малы Л. вирусы үҙсәнлектәре, хайуандарҙың был ауырыуға генетик бирешеүсәнлеге (Р.Ф.Ғәлиев) өйрәнелә. 90‑сы йй. аҙ. алып һыйыр малында – лимфоид Л., эттәрҙә миелоид Л. булғанда ҡан составындағы үҙгәрештәрҙе, һыйыр малы Л. диагностикалау ысулдарын (М.Ф. Сөләймәнова, 1999; А.А.Руденко, 2004), эпизоотологияны, иммунитетты өйрәнеү, ауырыуҙы иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш сараларын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.Ф.Хөсәйенов, 2009; Л.И. Мотавина, 2012).

Әҙәб.: Галеев Р.Ф. Лейкоз крупного рогатого скота. Уфа, 2006; Распространенность и прогностическое значение молекулярно‑генетических маркеров при множественной миеломе и хроническом лимфолейкозе /А.Б.Бакиров [и др.], Уфа, 2009; Бакиров Б.А., Варшавский А.В., Бакиров А.Б. Эпидемиология гемобластозов в Республике Башкортостан. Уфа, 2011.

Ә.Б.Бәкеров, Р.Ф.Ғәлиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: