Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУР АУЫРЫУЫ

Просмотров: 1094

НУР АУЫРЫУЫ, кеше организмына мөмкин булған кимәлдән артыҡ дозаларҙа ионлы нурланыш тәьҫир иткәндә үҫешә торған ауырыу. Н.а. киҫкен һәм хроник төрҙәргә айыралар. Н.а. үҫешенә тышҡы (дөйөм һәм урындағы) һәм эске (радиоактив матдәләрҙең организмға һауа, аҙыҡ һ.б. аша инә) нурланыш сәбәпсе була. Кеше һаулығы өсөн хәүефле нурланыш барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәбе — техноген авариялар (АЭС‑тарҙа, атом һыу аҫты кәмәләрендә һ.б.). Ионлы нурланыштың организм өсөн зарарлы дозалары (гамма‑, рентген нурҙары, нейтрондар һ.б.) тәьҫир иткәндә күҙәнәктәрҙең функциялары боҙола һәм уларҙың иң һиҙгерҙәре (ҡан барлыҡҡа килтереүсе, нәҙек эсәктәр, тире, күкәй эпителийы һ.б.) һәләк була. Киҫкен Н.а. төп билдәләре: уҡшыу, ҡоҫоу, баш ауыртыу, тән т‑раһы күтәрелеү, тиренең ҡыҙарыуы, ашҡаҙан‑эсәк эшмәкәрлеге боҙолоу, психиканың ҡаҡшауы һ.б.; хроник Н.а. булғанда — астения, вегетатив‑ҡан тамырҙары дистонияһы, хәтер юйылыу, артыҡ ярһыусанлыҡ, арыу һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: киҫкен осоронда — сей яралы некротик ангина, гингивит, пневмония, вируслы гепатит, энтеропатия, сепсис, ҡанаусанлыҡ һ.б.; артабан — шештәр (рак, гемобластоздар, ш. иҫ. лейкоз), катаракта, нәҫелдә үҫеш кәмселеге һәм нәҫел ауырыуҙары барлыҡҡа килеү хәүефенең артыуы һ.б. Диагностика өсөн дозиметрик, клиник, лаб. (ҡандың, електең цитологик анализы, күҙәнәктәрҙең хромосома анализы), биохимик, биофизик тикшеренеү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: дезактивация (механик һәм химик), асептика режимын булдырыу, медикаментоз (дезинтоксикация саралары, эритроцитар, тромбоцитар масса трансфузиялары һ.б.; ауыр осраҡтарҙа — електе күсереп ултыртыу), симптоматик терапия һ.б. Иҫкәртеү: радиоактив нурланыш сығанаҡтары м‑н эшләү ҡағиҙәләрен үтәү, махсус профилактик дарыуҙар ҡулланыу һ.б. 1986 й. алып Чернобыль АЭС‑ындағы аварияны һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 3165 белгес ҡатнаша (1999), улар Респ. клиник дауаханаһында белгестәр күҙәтеүендә тора. Рәсәй дәүләт медик‑дозиметрик регистрының Башҡ‑н респ. үҙәгендә 4000‑дән ашыу оло кеше һәм 1000‑дән ашыу бала теркәлгән (2013). Республика клиник дауаханаһында (М.Х. Ғәбиҙуллина, З.Й.Мортазин) һәм Һуғыш ветерандары өсөн респ. клиник госпиталендә (Х.М.Мостафин, ҡара: Госпиталдәр) ионлы радиацияның Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың нәҫелдәренең һаулығына тәьҫиренең артабанғы эҙемтәләре тикшерелгән. Медицина университетында Н.а. патогенезы үҙенсәлектәре (Д.Ә.Йәнекәев, З.С.Тереғолова), авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың балаларының һаулыҡ торошо (А.Г.Назырова), БР б‑са баш медик‑соц. экспертиза бюроһында инвалидлыҡ (К.П.Афонина), Онкология диспансерында мед. хеҙм‑рҙәре араһында Н.а. иҫкәртеү мәсьәләләре өйрәнелә (О.В.Серов). 

А.У.Кинйәбулатов, О.В.Серов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: