КОМАРОВ ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺӘМ КӨНЬЯҠ УРАЛ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ
КОМАРОВ ТИМЕР МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺӘМ КӨНЬЯҠ УРАЛ ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, 1900 й. С.‑Петербургта Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында К.Д.Бенардаки (ҡара: Бенардакиҙар), П.Г.Дарси (идара рәйесе), Ф.Р.Ломбардо һ.б. тарафынан ойошторола. 1916 й. тиклем Урал-Волга металлургия йәмғиәтенә (1916 й. 18,3 меңдән ашыу акцияһы була), 1916—17 йй. Себер сауҙа һәм Азов-Дон банктарына ҡарай. Төп капиталы 5 млн һум (250 мең һумлыҡ 20 мең акция) тәшкил итә. Йәмғиәткә Әүжән-Петровск заводтары һәм Ләмәҙ заводы ҡарай. 1914—15 йй. 40 мең һумға яҡын, 1915—16 йй. 270 мең һумдан ашыу килем ала.
Әҙәб.: Буранов Ю.А. Акционирование горнозаводской промышленности Урала (1861—1917). М., 1982.
З.И.Гудкова
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев