Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРЫМТА

Просмотров: 828

ҠАРЫМТА, төрки һәм монгол халыҡтарында ғаилә йәки ырыу ағзаһын үлтергән осраҡта ҡанлы үс алыуға юл ҡуйған йола хоҡуғы нормаһы. Шулай уҡ урланған ҡыҙ, ҡыуып алып кителгән мал, талап алынған мөлкәт арҡаһында килеп тыуған низағты тыныс юл м‑н хәл итеү мөмкинлеге булмағанда үс алыу ысулы булған. Ҡан ҡойоуға юл ҡуймау сараһы рәүешендә барымта кеүек иҫкәртеү сараһы ҡулланылған. Аҡрынлап барымта м‑н алмаштырылған. Башҡорттарҙа Ҡ. “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күсәк” һ.б. эпостарҙа сағылыш тапҡан.

Әҙәб.: Аҡбуҙат //Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1‑се кит. Өфө, 1972; Күсәк бей //Шунда уҡ. Эпос. 2‑се кит. Өфө, 1973; Валеев Д.Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 1989.

Д.Ж.Вәлиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: