Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТЕНИН Александр Андреевич

Просмотров: 870

КАТЕНИН Александр Андреевич (1800, Кострома губ. Кинешма өйәҙе — 24.6.1860, Ырымбур ҡ., Кинешма өйәҙендә ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑адъютант (1849), ген.-лейтенант (1853), С.‑Петербург Император ФА‑ның почётлы ағзаһы (1858). Дворяндарҙан. 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, 1817—64 йй. Кавказ һуғышында ҡатнашыусы. Тау кадет корпусын тамамлаған (С.‑Петербург, 1818). 1818 й. алып рус армияһында. 1835 й. башлап Император Николай I флигель‑адъютанты, 1839 й. — Императорҙың төп йорто коменданты. 1848 й. лейб‑гвардия Преображенск полкы командиры. 1845—52 йй. Хәрби министрлыҡтың Инспекторҙар департаменты дир., 1854 й. алып хәрби министр урынбаҫары вазифаһын үтәй. 1857—60 йй. Ырымбур һәм Һамар ген.‑губернаторы, бер үк ваҡытта Ырымбур айырым корпусы командиры. Ҡаҙаҡ йөҙҙәре м‑н конфликттарҙы тыныс юл м‑н хәл итеү, Урта Азия дәүләттәре м‑н ныҡлы сауҙа бәйләнештәре урынлаштырыу яғында була. Рәсәйҙең Урта Азияға артабанғы йоғонтоһон көсәйтеү планын төҙөй. Ырымбур епархияһын булдырыу, Ағиҙел й. суднолар йөрөтөүҙе асыу (1858), Ырымбур губернаһын Ырымбур һәм Өфө губ. бүлеү инициаторы була. К. осоронда Рәсәйҙең Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа әйләнеше 11 млн алып 15 млн тиклем арта, Ырымбур губ. 80‑дән ашыу мәктәп һәм училище асыла. Идара итеүҙең кантон системаһын һаҡлап ҡалдырыуҙы яҡлай. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1846), 2‑се дәрәжә (1854), 4‑се дәрәжә бантлы (1831) Изге Владимир, Изге Алек‑ сандр Невский (1858), Аҡ Бөркөт (1856), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1851) орд., Ҡыҙыл Бөркөт орд. (Пруссия), алтын ҡорал (1840) м‑н бүләкләнгән.Верхнеурал өйәҙе Катенинский ҡасабаһына К. исеме бирелгән, хәҙ. Силәбе өлк. Варна р‑ны Катенино ауылы.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019