Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУШНАРЕНКОВСКОЕ ОСЕННЕЕ, алмағас сорты

Просмотров: 715

КУШНАРЕНКОВСКОЕ ОСЕННЕЕ, алмағас сорты. 1999 й. Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов һәм Т.Ғ.Дёмина (БНИИСХ) тарафынан Уральское наливное һәм Коричное новое сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге, киң ҡуйы йомро сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, төҙ, ҡыҙғылт һоро төҫтә. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, оҙонса йомортҡа формаһында, йәшел, ялтыр, осо винт рәүешле төрөлгән. Емеше уртаса ҙурлыҡтан бәләкәйерәк, ауырлығы 60—70 г, йәйенке йомро формала, аҙыраҡ ҡытыршы. Төҫө йәшел, бер аҙ һорғолт ҡыҙыл алһыулығы бар. Ҡабығы шыма, майлы, ялтыр. Итсәһе йәшкелт, ваҡ ярмалы, һутлы, әскелтем‑сөсө. Ҡышҡа сыҙамлы, ҡутыр м‑н аҙ зарарланған сорт. Сент. уртаһында өлгөрә, ҡулланыу ваҡыты — сент. уртаһынан алып дек. уртаһына тиклем. Ҡоро матдә миҡдары — 20,7%, шәкәр — 11,0%, С витамины — 7,0 мг%. Уңдырышлылығы — 150 ц/га (Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге, 1999). БР б‑са ҡулланылышҡа 2000 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Д.Ғ.Дёмина, Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019