Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНСУРОВ Ғизәр Әхтәм улы

Просмотров: 1392

МАНСУРОВ Гизәр Әхтәм улы  (4.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны  Башҡорт Тирмәһе а., хәҙ. БР‑ҙың  Благовар р‑ны Баштирмә а., —  11.5.2013, Өфө), селекционер. А.х.  ф. д‑ры (1999). БАССР‑ҙың атҡ. фән  эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың уйлап  табыусыһы (1981). Ә.Ә.Мансуровтың  улы. И.В.Мичурин ис. Йәшелсә-  емеш ин‑тын тамамлағандан  һуң  (Мичуринск ҡ., 1952) Өфөлә  эшләй.  1955 й. алып Стәрлетамаҡ тәж. баҫыуында:  өлкән ғилми хеҙм‑р, 1958 й.  башлап директор. 1959 й. алып  БНИИСХ‑ның бүлек мөдире; 1992—  2003 йй. Ботаника баҡса‑ин‑тында:  өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. башлап  лаб. мөдире; 2000 й. алып уҡыта,  2011 й. — БДАУ‑ҙың уҡыу‑фәнни  үҙәгендә  өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни  тикшеренеүҙәре емеш һәм еләк культураларын,  ш. иҫ. алмағастың колонна  һымаҡ формаларын, селекциялауға,  Башҡортостан шарттарында  интенсив баҡсасылыҡ технологияһын  эшләүгә арналған. Груша (Башкирская  летняя, Башкирская осенняя),  ҡарағат (Башкирский великан,  Уральская  десертная һ.б.) һәм алмағас  (Башкирский изумруд, Бельфлёр  Башкирский, Пепин Башкирский  һ.б.) сорттарының авторы. М. етәкс.  баҡсасылыҡты районлаштырыу  б‑са  тәҡдимдәр, тармаҡты үҫтереүҙең  перспектив  планы эшләнә,  БР‑ҙың 36 хужалығында  баҡсаларға  нигеҙ һалына.  200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм  19 уйлап табыу авторы. Бөтә Рәсәй  тәбиғәтте һаҡлау  йәмғиәте Башҡ‑н  респ. советы президиумының  рәйесе  (1996 й. алып), почётлы рәйесе  (2003 й. алып). “Баҡсасыларға  кәңәштәр”  телевизион  тапшырыуының  авторы  һәм алып барыусыһы (1977 й.  алып, “Башҡортостан”  ТРК ДУП). 

Х е ҙ м.: Садоводство в колхозах и совхозах  Башкирии. Уфа, 1963 (авторҙ.); Сорта  плодовых и ягодных культур в Башкирии.  Уфа, 1966; Советы садоводу. 3‑е изд. Уфа,  1981 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: