Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҢГЕ ЙӘШЕЛ КОЛИЕЛЛА

Просмотров: 652

МӘҢГЕ ЙӘШЕЛ КОЛИЕЛЛА (Koliella sempervirens), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтарҙың төрө. Күҙәнәктәре орсоҡ (бер осо киң йомро, икенсеһе яйлап тарая бара һәм осло), һирәгерәк цилиндр (ике осо ла йомро) формаһында, оҙонлоғо 4— 15 мкм, киңлеге 2—4 мкм, төрлөсә бөгөлгәндәр, 2—4 күҙәнәктән торған еңел таралыусан ептәргә йыйылғандар. Хлоропласы пластинкалы, күҙәнәктәр бүленер алдынан уларҙың һаны 2—4 булыуы мөмкин. Күҙәнәктәрҙең арҡыры бүленеү юлы м‑н үрсей. Тау тундраларының дымлы тупрағында, ҡаяларҙа, ҡайһы берҙә мүк араларында үҫә. Башҡортостанда Ирәмәл тауында табылған. Һирәк осрай торған төр. 

Р.Р.Кәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: