Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР

Просмотров: 1061

ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР (Chlorophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 20 меңдән ашыу төрө билдәле; бөтә Ер шарында, башлыса сөсө һыу ятҡылыҡтарында (ш. уҡ диңгеҙҙә), тупраҡта, ер өҫтөндә, ҡайһы берҙә һауа ҡатламында киң таралған. Эукариот, бер (яңғыҙ йәки тупланып) йәки күп күҙәнәкле, һирәгерәк күҙәнәкһеҙ, башлыса микро‑, һирәгерәк макроскопик, йәбештереп йәки ирекле йәшәүсе ылымыҡтар. Монада, кокк, сарциноида, пальмелла, еп һымаҡ (трихаль), төрлө йүнәлешле еп һымаҡ (гетеротрихаль), паренхиматоз (туҡыма), сифон йәки сифонокладиаль төҙөлөшлө. Хәрәкәтсән формаларында 2—4 бер үк оҙонлоҡтағы һәм бер үк төҙөлөшлө епсәләре бар, һирәгерәк улар нескә төктәр йәки тәңкәләр м‑н ҡапланған. Күҙәнәк тышсаһы бөтөн, һирәгерәк 2 йәки күберәк фрагменттан тора, башлыса целлюлозанан, ҡайһы берҙә тимер йәки кальций тоҙҙары м‑н уйып биҙәк һалынған. Уның өҫкө йөҙөндә һаҡлау функцияһын башҡарған төрлө үҫентеләр, сәнскеләр, төктәр, гранулалар бар. Й.ы. күҙәнәктәрендә 1‑ҙән алып бер нисә йөҙгә тиклем шар йәки яҫмыҡ формаһындағы ядро иҫәпләнә. Хлоропластар (күҙәнәктә 1‑ҙән алып бер нисә йөҙгә тиклем) формаһы (көпшәк, диск, йондоҙ, ялғаш, таҫма, пластинка рәүешле, селтәрле, каса формаһында) һәм күҙәнәктәге урыны б‑са (ситтә; күсәр тирәләй, йәки үҙәктә) күп төрлө. Хлоропластарҙың йәшел төҫө a һәм b хлорофилдарының ααα‑, β‑, γ‑, ζ‑каротиндары һәм ксантофилдарына ҡарағанда күберәк булыуына бәйле. Уңайһыҙ шарттарҙа ҡайһы бер Й.ы. вегетатив күҙәнәктәрендә каротиноидтар күбәйә башлай һәм ылымыҡтар ҡыҙғылт һары төҫкә инә. Хлоропластар ғәҙәттә 1 йәки бер нисә тиҫтә пиреноидтан тора. Ассимиляцияның төп продукты — крахмал. Й.ы. енесһеҙ (вегетатив һәм махсуслашҡан күҙәнәктәр ярҙамында) һәм енси (холо‑, изо‑, гетеро‑, оогамия һәм конъюгация) юл м‑н үрсей. Башҡортостанда Й.ы. һыу ятҡылыҡтарында, тупраҡта һәм уның өҫтөндә, ҡаяларҙа, ағас ҡайырыларында, йорт стеналарында, һауа ҡатламында һ.б. йәшәй. Планктон, перифитон (үҫентеләр ценоздары), бентос составына инә. Й.ы. — органик матдәнең мөһим продуценты, һыу экосистемаларының трофик сылбырҙарының быуыны. Уларҙың күпләп үҫеүе йыш ҡына һыуҙың йәшелләнеүенә килтерә. Бәшмәктәр м‑н симбиозда лишайниктар барлыҡҡа килтерә. Й.ы. ҡайһы бер төрҙәре тирәяҡ мөхиттең бысраныу индикаторы булып һанала, экологик мониторингыла ҡулланыла, ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыу өсөн ҡулланылған микроорганизмдар комплексы составына инә һ.б. Күҙәнәк тышлығында күҙәнәкле туҡыма булған ҡайһы бер бентос ылымыҡтары ҡағыҙ, ҡатырға эшләү өсөн ҡулланыла. Тупраҡта үҫкән Й.ы. тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә булышлыҡ итә. Хлорелла, сценедесмус һәм ҡайһы бер күҙәнәкле ылымыҡтар кеше һәм йорт хайуандары өсөн аҙыҡ итеп ҡулланыу маҡсаты м‑н өйрәнелә.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019