Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНДЕР

Просмотров: 915

КИНДЕР, тарма (Cannabis), киндер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3—4‑кә яҡын төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Бер йыллыҡ ике өйлө үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, бейеклеге 2 м тиклем. Япраҡтары ябай, бармаҡса теленгән, оҙон һаплы, 2 япраҡ ҡолаҡсынлы, аҫҡылары — ҡапма‑ҡаршы, өҫкөләре — сиратлап урынлашҡан. Япраҡ өлөштәре ланцет формаһында, осло, ситтәре эре бысҡы һымаҡ. Сәскәләре дөрөҫ формала, айырым енесле; ата үҫемлектәрҙең (баҫа) һарғылт төҫтә, 5 һалынҡы һеркәсле, сәскә эргәлеге 5 бүлемле, һеперткеле сәскәлектәргә йыйылған ҡыҫҡа ҡуйын суҡтарында урынлашҡан. Көслөрәк һәм ҡуйы япраҡлы инә үҫемлектәрҙең (инә тарма) сәскәләре ваҡ, тәңкә рәүешле сәскә эргәлеге емшәнен солғап алған. Сәскәлеге — башаҡ. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ваҡ сәтләүек, авг.—сент. өлгөрә. Маҙа К. — рудераль үҫемлек, республиканың бөтә терр‑яһында осрай. Иген тармаһы элегерәк техник культура һәм май биреүсе культура булараҡ киң үрсетелгән.

Р.М.Бәширова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019