Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒИ СҮСТӘР

Просмотров: 1251

ТӘБИҒИ СҮСТӘР, н а т у р а л ь с ү с т ә р, еп һәм туҡыу әйберҙәре алыр өсөн ҡулланылған тәбиғи сығанаҡлы оҙон һығылмалы һәм ныҡ есемдәр. Органик (аҡһымлы — йөн, ебәк; целлюлозалы — джут, етен, сүс, мамыҡ, ҡара: Целлюлоза) һәм органик булмаған (минераль сүс — асбест) Т.с. айырыла. Т.с. сикләнгән оҙонлоҡ (20—200 мм), бәләкәй арҡыры үлсәмдәр (15—100 мкм) хас; механик яҡтан ныҡ, уртаса гигроскопик, еңел буяла; тарҡалыу т‑раһы 150—170°С. Аҡһымлы Т.с. ионлашыуға һәләтле, к‑талар һәм һелтеләр м‑н химик бәйләнешкә инә ала; целлюлозалы Т.с. ябай эреткестәрҙә эремәй, һелтеләр йоғонтоһона тотороҡло, органик булмаған к‑талар м‑н реакцияға инә; минераль Т.с. утҡа сыҙамлылыҡ, түбән тауыш, электр һәм йылы үткәреүсәнлек хас, һелтеләр һәм к‑талар йоғонтоһона тотороҡло. Башҡортостан халҡы элек‑электән аҡһымлы Т.с. (кәзә мамығы, һарыҡ йөнө) мамыҡ шәлдәр, кейеҙ, келәмдәр (ҡара: Балаҫ һуғыу), сигеү әйберҙәре эшләү өсөн ҡуллана. 19 б. уртаһынан Өфө губ. йөн ептәр һәм туҡымалар етештереү ойошторола (ҡара: Башҡортостан буҫтау комбинаты). 20 б. 30—50‑се йй. “Союззаготшерсть” һәм “Заготлён” Башҡ‑н конторалары Т.с. әҙерләү, һаҡлау, ташыу һәм илдең еңел сәнәғәтен сеймал м‑н (йөн, етен, киндер) тәьмин итеүҙе башҡара; 30—40‑сы йй. аҙ. респ. 12 районында (Ауырғазы, Дәүләкән, Әлшәй һ.б.) ебәкселек ойоштороу б‑са эштәр алып барыла; тармаҡ үҫешмәй. БР‑ҙа 2010 й. тиклем йөн, йөн ҡатыш (ҡара: “Баштекс”) ептәр, төрлө сорттағы арҡан сүстәре, ш. иҫ. ҡайыр (ҡара: Баҡалы сүс заводы), сығарыла; кизе‑мамыҡ һәм ебәк ептәр (Өфө кизе‑мамыҡ комбинаты) етештерелә. Өфө кизе‑мамыҡ комб‑тында һәм Нефтекама яһалма күн производство берекмәһендә бер епле иләнгән кизе-мамыҡ ебе, унан әйберҙәр эшләү, үтәләй тегелгән кизе‑мамыҡ ватин, Өфө трикотаж фабрикаһында — йөн, ҡатнаш һәм кизе‑мамыҡ ептәрҙән әйберҙәр етештереү үҙләштерелгән. Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһында Т.с. нигеҙендә туҡылған замша, велюр, трикотаж әйберҙәр етештереү ойошторолған. Т.с. эшләнгән ептәр таҙа көйө йәки химик сүстәр һәм башҡа Т.с. м‑н ҡатышмала төрлө көнкүреш һәм техник тәғәйенләнешле туҡымалар, уттан һаҡлаусы туҡымалар, брезент, арҡан, фильтрҙар, быйма‑кейеҙ һ.б. әйберҙәр эшләү өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Х ё р л Д.В.С., П е т е р с Р.Х. Структура волокон. М., 1969.

Р.Х.Ҡудашев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: