Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪӘН ХАН

Просмотров: 1586

ИҪӘН ХАН, Әсән хан, башҡ. ханы, башҡорттарҙың ирәкте ҡәбиләһе башлығы. Майҡы бей нәҫеленән. Ҡазан ханлығы тарханы. 16 б. 1‑се ярт. Башҡортостандың төньяғында байҡы (ҡара: Ун), балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан (ҡара: Танып), таҙ, уран башҡ. ҡәбиләләре берләшмәһе етәксеһе. Беүә һәм Тере Танып йй. алып Ағиҙел һәм Бөрө йй. түбәнге ағымындағы терр‑яға тиклем үҙ власын урынлаштыра. Ҡазан ханлығын Иван IV ғәскәрҙәре яулап алғандан һуң И.х. урыҫ батшаһы подданныйлығын ала (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). И.х. ҡәбере Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а. эргәһендә урынлашҡан.

Ю.М.Йосопов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019