Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 1771

МИНЗӘЛӘ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ‑көнсығыш, Ҡазан провинцияһының ш. уҡ исемле губернаһының көнсығыш өлөштәре инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. көнбайышта һәм төньяҡта — Вятка наместниклығы, төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта — Бөрө өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй өйәҙе, көньяҡта Бөгөлмә өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Минзәлә ҡалаһы. Майҙаны — 13248 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 98860 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 17840), 1897 й. — 379981 (башҡорттар — 123052, белорустар — 1585, мариҙар — 2739, мордвалар — 4608, урыҫтар — 123736, татарҙар — 107025, типтәрҙәр — 14875 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 371810 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 5794, дворян‑ дар — 917 һ.б.; мосолмандар — 214425, православие динендәгеләр — 162173 (ш. иҫ. 742 старообрядсы) һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, М.ө. терр‑яһында 11‑се башҡ. кантоны һәм 2‑се мишәр кантонының бер өлөшө ойошторола. 1870 й. өйәҙ 5 станға бүленә. 1873 й. — 35 (Аҡташ, Александров‑ ка, Александровка‑Ҡарамалы, Афа‑ нас, Байһары, Балтай, Бишенде‑Ос‑ танково, Богодаровка, Бәтке, Зәй, Ирәкте, Иҫке Кәшер, Иҫке Мәзин, Иҫке Мәлкән, Күҙкәй, Ҡаҙансы, Ҡа‑ рамалы, Макарьевка, Матвеевка, Мысовочелнинск, Нөркәй, Останко‑ во, Пусы, Семиостров, Сухарево, Троицк‑Йосоп, Тәкмәк, Шәрип, Шығай, Ырыҫбай, Әлмәт‑Мулла, Әмәкәй, Әхмәт, Яңы Никольское, Яңы Спас), 1906 й. — 30, 1919 й. 31 улус була. 1896 й. өйәҙҙә 1363 торама пункт була. Халыҡтың төп өлөшө игенселек м‑н шөғөлләнгән. 1904 й. һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинә) 302 самаһы тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 148,5, һоло — 65,9, борай — 34, ҡарабойҙай — 16,2, борсаҡ — 13,4, тары — 11,9, бойҙай — 4,9, картуф — 3; һыйыр малы һаны — 21252 баш, йылҡы — 20464, һарыҡ — 49728, кәзә — 1801, сусҡа — 5690. 20 б. башында 2 шарап ҡыуыу заводы, һыра ҡайнатыу з‑ды эшләгән. Мин‑ зәләлә, Афанас, Бережные Челны, Круглое Поле, Макарьевка (Илбаҡ‑ ты), Мәлем, Орловка, Тәкмәк, Әмәкәй, Яңы Никольское, Яңы Спас (Бишенде‑Останково), Яр Саллы аа. йәрминкәләр үткәрелгән. 247 мәсет, 29 сиркәү, 13 часовня (1870) иҫәпләнгән. 19 б. аҙ. 110 уҡыу йорто булған. Өйәҙ 1920 й. бөтөрөлә, уның терр‑яһында ТАССР‑ҙың Минзәлә кантоны ойошторола. 

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

Картала: Минзәлә өйәҙе (19 б. аҙ.)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.07.2023