Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР, ҡала

Просмотров: 1464

ЫРЫМБУР, ҡала, Ырымбур губернаһының, бер үк ваҡытта Ырымбур сик һыҙығының, Ырымбур провинцияһының, Ырымбур өйәҙенең адм. үҙәге, 1920—24 йй. Ҡырғыҙ АССР‑ының баш ҡалаһы. Ур й. (Яйыҡ й. ҡушылдығы) исеменән аталған. Тәүҙә ҡала 1735 й. И.К.Кирилов тарафынан Ур й. тамағында төҙөлә [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)], 1740 й. В.Н.Татищев инициативаһы м‑н Ҡыҙыл тау төбәгенә, 1743 й. И.И.Неплюев тарафынан Һаҡмар й. тамағына күсерелә (ҡалған торамалар Орск ҡәлғәһе һәм Красногорск ҡәлғәһе тип атала башлай). Ы. һәм ҡала яны Берда биҫтәһенә 1743—44 йй. Алексеевск, Һамар һәм Өфө ҡҡ. күсерелгән 550 дворян һәм казак, төрлө сауҙа өҫтөнлөктәре (ҡара: “Ырымбур ҡалаһына өҫтөнлөк”) алған сауҙагәрҙәр урынлаша. 1811 й. 3000 кеше, в 1897 й. — 72425 кеше (башҡорттар — 1411, йәһүдтәр — 1167, ҡаҙаҡтар — 385, мордвалар — 896, не­мецтар — 487, поляктар — 718, урыҫтар — 54756, татарҙар — 11306, украиндар — 811 һ.б.) йәшәгән. Халҡы игенселек, малс‑ҡ, сауҙа, кәсептәр м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында 10 кирбес, 4 күн, 3 балсыҡ әйберҙәр яһау, 2 туң май иретеү, 2 һыра ҡайнатыу, шарап, тимер биҙрә яһау, таҡта ярыу, суйын ҡойоу з‑дтары, шырпы ф‑каһы һ.б. пр‑тиелар эшләгән. Сауҙа Ырымбур алыш‑биреш йортонда алып барылған. Ырымбур хәрби прогимназияһы, Ырымбур дини семинарияһы, Ырымбур казак хәрби училищеһы, 1‑се Ырымбур Неплюев кадет корпусы, “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе, 15 башланғыс уч‑ще, реаль уч‑ще, ҡыҙ балалар һәм ир балалар гимназиялары, аҫыл һөйәк ҡатын‑ҡыҙҙар ин‑ты, губерна һәм мещандар дауаханалары, 16 сиркәү, 3 мәсет, 2 монастырь булған. 1877 й. ҡала аша Ырымбур т. юлы үтә. Ы. Рәсәйҙең көньяҡ‑көнсығыш сиктәрен нығытыуҙа, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия илдәре м‑н сауҙаны үҫтереүҙә мөһим роль уйнаған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда ҡала Е.И.Пугачёвтың Баш ғәскәре тарафынан ҡамала, баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу өсөн бында Ырымбур йәшерен комиссияһы эшләй; ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнашҡан Ы. халҡы 2 йылға йән башына һалынған һалымды түләүҙән азат ителгән, күңел асыу йорттарынан йыйылған аҡса ҡала ихтыяжына тотонолған. 19 б. башына тиклем Ы. хәрби ҡәлғә булып иҫәпләнә (1862 й. рәсми бөтөрөлә), таш ҡойма м‑н уратып алынып, тупраҡ өйөмдәре һәм соҡорҙар м‑н нығытылған була. Ы. хәрби губернаторҙың һәм ғәскәри атамандың канцелярияһы, Ырымбур сик буйы комиссияһы, Ырымбур таможня округы идараһы һәм сик буйы таможняһы урынлаша. Граждандар эштәрен өйәҙ хакимиәте, казначейство, суд, дворяндар етәксеһе; ҡала эштәрен ҡала думаһы, магистрат, полиция һ.б. алып бара. 1824 й. ҡалала император Александр I, 1837 й. буласаҡ император Александр II, 1891 й. тәхет вариҫы Николай IIбулып китә. 1846 й. Каруанһарай асыла. 1917 й. Ы. Башҡортостан автономияһы иғлан ителә, 1918 й. дек. тиклем Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт ғәскәре штабы урынлаша. Граждандар һуғышы барышында 1917 й. нояб. — 1919 й. ғин. ҡала бер нисә тапҡыр Ырымбур казак ғәскәре частары, Ҡыҙыл гвардия отрядтары, РККА‑ның Беренсе армияһы тарафынан алына. 1920 й. алып Ҡырғыҙ АССР‑ы, 1924 й. башлап Ырымбур губ. составында була. Хәҙ. Ырымбур өлкәһенең адм. үҙәге.

Әҙәб.: Оренбург. Челябинск, 1993.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019