Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЗУНИН МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1365

МАЗУНИН МӘҘӘНИӘТЕ, тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э. 3—5 бб. ҡарай. Мазунин а. (Удмуртия) янындағы ҡәберлек исеме б‑са аталған. Башҡортостан терр‑яһында М.м. ҡомартҡылары Кама й. һәм Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. тупланған (Баръяҙы ҡаласығы, Бөрөҡәберлегенең иртә осор ҡәберҙәре, Иҫке Ҡабан ҡәберлеге, Йомаҡай ҡаласығы, Әңгәсәк ҡәберлеге һ.б.). Торамалар ҡалҡыулыҡ киртләстәрендә урынлашҡан, 1—4 рәт ур һәм соҡор м‑н уратып алынған. Майҙаны 100—120 м2 еткән тура мөйөшлө, асыҡ усаҡлы ер өҫтөндәге бура ҡаралтылар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика өҫкө өлөштәре һырҙар, төртөктәрҙән торған һыҙаттар, горизонталь йүнәлештәге өсмөйөштәр теҙмәһе, тамсы формаһындағы ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө көршәктәрҙән йәки туҫтаҡтарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күпселеге — ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Мәйеттәр һай соҡорҙарҙа салҡан килеш һалып, баштары м‑н йылғаға ҡаратып ерләнгән. Ирҙәр ҡәберендә ҡорал (тимер бысаҡтар, һөйәк, бронза һәм тимер уҡ башаҡтары, ҡылыс, балта, һаҙаҡ ырғаҡтары), эйәр-өпсөн, таш ҡайраҡтар, ҡатын-ҡыҙ ҡәберендә биҙәүестәр, ш. иҫ. көньяҡ ҡәбиләләр м‑н сауҙа итеү һөҙөмтәһендә килтерелгәндәре (гәрәбә бөртөктәре һәм ҡабырсаҡтарҙан эшләнгән муйынсаҡтар, бронза ҡаптырма-фибулалар, билбау биҙәүестәре, беләҙектәр, сикә сулпылары, муйын ҡулсаһы, тегеп ҡуйыла торған айылдар), эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡтар, ураҡтар, беҙҙәр, ҡайрау таштары) табылған. Кама й. урта, Ағиҙел й. түбәнге һәм урта ағымында барлыҡҡа килгән. М.м. халҡы Пьяный Бор мәҙәниәте һәм Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенең урындағы ҡәбиләләре нигеҙендә формалашҡан. М.м. вәкилдәре булып фин-уғыр ҡәбиләләре иҫәпләнә. Игенселек, малсылыҡ, һунарсылыҡ, металл эшкәртеү хужалыҡтың төп тармағын тәшкил иткән. М.м. ҡәбиләләре Бахмут мәҙәниәте формалашыуының бер компоненты булған. Ҡайһы бер ғалимдар (В.Ф.Генинг, В.А.Иванов һ.б.) М.м. Бахмут мәҙәниәтенең иртә осорона ҡайтарып ҡалдыра. М.м. өйрәнеүселәр: Генинг, Иванов, Н.А.Мәжитов, Т.И.Останина һ.б.

Әҙәб.: Генинг В.Ф. Мазунинская культура в Среднем Прикамье//Вопросы археологии Урала. 1967. Вып.7.; Останина Т.И. Население Среднего Прикамья в III—V вв. Ижевск, 1997; Голдина Р.Д. Древняя и средневековая история удмуртского народа. Ижевск, 2004.

В.А.Иванов Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: