Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕРӘСЕМ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 839

МЕРӘСЕМ ҠУРҒАНДАРЫ, 11— 12 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ҡариҙел р‑ны Мерәсем а. янында урынлашҡан. 1963—66 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 4,5—10 м, бейеклеге 0,15— 0,47 м) ҡарай. 22 ҡурғандан тора, һәр береһенең аҫтында 1—4 ҡәбер бар. Таштан һалынған ҙур булмаған (диам. 1,7 м) ерләү ҡоролмалары осрай. Мәрхүмдәр тура мөйөшлө соҡорҙарҙа салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡ‑көнбайышҡа, төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып, ш. уҡ уң яҡ ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш һалып, баштары м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡурған өйөмдәрендә ат һөйәктәре осрай, атты йола б‑са күмеү осрағы бар. Керамика ишелгән бау эҙе м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙә ҡорал (тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар, бысаҡтар), көнкүреш әйберҙәре (саҡ__маташтар), ат егеү кәрәк‑ярағы (ауыҙлыҡтар, өҙәңгеләр, бронза ҡыңғырауҙар), биҙәүестәр (ҡаптырмалар, бронза сулпылар, пластинка беләҙектәр, һырғалар, тимер балдаҡтар, быяла муйынсаҡтар) табылған. Бер ҡәбер өйөмөндә 10 б. аҙ. ҡараған саманидтар аҡсаһына оҡшатып ҡойолған өс тишекле тәңкә табылған. Ерләү йолаһы б‑са, М.ҡ. ҡалдырған халыҡты Мәжитов — төрки ҡәбиләләр, В.А.Иванов Ҡыймаҡ ҡағанаты составына ингән уғырҙар м‑н бәйләй. Ҡомартҡы Өфө й. түбәнге ағымына күсмә ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу процесын сағылдыра.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: