Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕБЕЛЬ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1030

МЕБЕЛЬ СӘНӘҒӘТЕ, торлаҡ һәм йәмәғәт биналары өсөн мебель етештергән ағас эшкәртеү сәнәғәте тармағы. 20 б. башында Өфө губернаһында һөнәрселек кәсебе яйға һалына: ағас һандыҡ, өҫтәл, буфет, ултырғыс, эскәмйәләр һ.б. етештерелә. Мебель имән, ҡарағай һ.б. ағастарҙан аҙ күләмдә, даналап етештерелгән. Тышлау өсөн натураль тире, төрлө туҡымалар файҙаланылған. Күп кенә ауылдарҙа мебелде тал сыбығынан үреп яһағандар. Индустриялаштырыу йылдарында ҡала халҡының һаны артып китеү м-н мебелгә ихтыяж арта. 40-сы йй. аҙ. мебель етештереү Черниковка фанер комб-тында, ҡайһы бер урман з-дтары һәм сәнәғәт комб-ттарында ойошторола. 1956–59 йй. респ. составында Благовещен, Ғафури, Иглин, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, 1-се һәм 2-се Өфө мебель ф-калары, башҡа пр-тиелар булған мебель һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте идаралығы эшләй. 50-се йй. мебелде йәбештерелгән фанеранан, 60-сы йй. – секциялы йыйылмалы һәм һүтелмәле мебель йыйылмаһын етештереү башлана. Мебель производствоһында ҡиммәтле ағас шпондары, лак, пластик, декоратив плёнка, поролон, металл каркастар, яһалма күн һ.б. м-н ҡапланған ағас-юнысҡы һәм ағас- сүс плиталар ҡулланыла башлай (ҡара: Ағас плита). 2004 й. М.с. 200 пр-тие һанала, ш. иҫ. “Баймаҡ- мебель”, “Башлеспром”, “Башмебель”, Күмертау мебель фабрикаһы, Октябрьский мебель фабрикаһы, Стәрлетамаҡ мебель комбинаты. 2012 й. мебель 213 етештереүсе, ш. иҫ. “Ағиҙел-М” ЯСЙ, “Башмебель- плюс” ЯСЙ, “Медстальконструкция” ЯСЙ (икеһе лә – Өфө), “Уфамебель” ЯСЙ, “Фабрика мебели” ЯСЙ (Туймазы ҡ.) тарафынан сығарылған. Мебель етештереүҙә сығарылған продукцияның дөйөм күләменең 44,2%-ы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тура килә (2012). БР-ҙа мебель етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 

 

 

Башҡортостан Республикаһында мебель етештереү,

төрҙәре б-са, дана

 

2000

2005

2010

2012

Өҫтәлдәр

42053

52488

249281

466081

Ултырғыстар

86538

137991

14119

31904

Табуреттар

19864

13994

Шкафтар

23184

50694

592222

966442

Диван, тахта, кушеткалар

2293

8255

8528

6817

Диван-карауаттар

2800

728

3356

2232

Ағас карауаттар

7286

7519

16598

52801

Гарнитурҙар

5419

324

Креслолар

11698

37590

3236

23538

1 Кухня, аш бүлмәһе һәм ҡунаҡ бүлмәһе өсөн өҫтәлдәр

2 Кухня, йоҡо бүлмәһе, аш һәм ҡунаҡ бүлмәләре өсөн шкафтар

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: