Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ

Просмотров: 883

МӘЛӘҮЕЗ ТИМЕР‑БЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Тимер‑бетон һәм бетон изделиелар (контакт селтәре таяуҙары һәм автоблокировка өсөн терәктәр, юл һәм аэродром плиталары, свайҙар, ауырайтҡыстар һ.б.), ш. иҫ. тышҡы һауаһы түбән (‑55°С тиклем) т‑ратуралы райондар өсөн, етештерә. Составында арматура, бетон бутағыс, 2 форма эшләү цехы, онтау‑сорттарға айырыу участкаһы һәм карьер бар. 2012 й. 919 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — нефть, газ сығарыу, ш. уҡ БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә т. юлдарын, транспорт һәм граждан төҙөлөшөн электрлаштырған пр‑тиелар. 1955 й. ойошторола, 1957 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1992 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр контакт селтәре таяуҙары өсөн тимер‑бетон терәктәр яһағанда спиралде механик сырмау (1988), йыйылма тимер‑бетон конструкциялары (1986) һәм йыйылма быулау камералары (1978) эшләгәндә ТЭЦ‑тарҙан сығарылған көлдө ҡулланыу технологиялары индерелгән.

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: