Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

Просмотров: 1213

МӘЛӘҮЕЗ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Киптерелгән айыртылмаған һөт, киптерелгән ҡаймаҡ, айыртылмаған һөт һәм майһыҙ һөт продукцияһы, аҡ май, йомшаҡ сыр, кеҫәл, майонез; һөт сывороткаһы нигеҙендә шампунь һәм кондиционер-бальзам, киптерелгән һөт нигеҙендә ванналар өсөн косметика сараһы һ.б. (40‑тан ашыу төр) етештерә. Составына консерва цехы (1940 й. асылған), айыртылмаған һөт (1974) һәм тәж. үткәреү-инновация (2012) участкалары; филиалдар — Нөгөш, Отрада, Фёдоровка (бөтәһе лә — 50‑се йй.), Мораҡ (2007), Кушнаренко, Стәрлебаш, Әбйәлил (2008) з‑дтары инә. 2012 й. 464 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1936 й. ойошторола, 1940 й. Мәләүез киптерелгән һөт з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1966 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1992 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр киптерелгән еңел сей ҡатыҡ алыу технологияһы үҙләштерелә (50‑се йй. башы). 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: