МӘЛӘҮЕЗ ИТ КОМБИНАТЫ
848
МӘЛӘҮЕЗ ИТ КОМБИНАТЫ, 1930 й. Стәрлетамаҡ ит комбинатының һуғым пункты булараҡ ойошторола, 1945 й. алып М.и.к., 1990 й. — ҠП, 1994 й. — ЯАЙ, 2005 й. ябыла. Составында ит-май һәм колбаса цехтары, һуғым, эсәк эшкәртеү, техник ярым фабрикаттар, тире тоҙлау бүлексәләре, һыуытҡыс булған. 2005 й. 222 кеше эшләгән. Ит, колбаса ризыҡтары, ит ярым фабрикаттары, киптерелгән мал аҙығы етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.
Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: