ЛАСКИН Иван Андреевич
ЛАСКИН Иван Андреевич [1.11.1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Васильевка а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1.7.1988, Минск], хәрби эшмәкәр. Ген.-лейтенант (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби мәктәпте (Киев, 1923), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1934), К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. эргәһендәге Юғары академик курстарҙы (Мәскәү, 1953) тамамлаған. 1919 й. алып Совет Армияһында. 1934 й. башлап уҡсылар полкының штаб нач., 1937 й. — Киев хәрби округы командующийының махсус эштәр офицеры, 1939 й. — Одесса хәрби округында 15‑се мотоуҡсылар див. штаб начальнигы. 1941 й. июненән Көньяҡ, Көньяҡ-Көнбайыш, Сталинград һәм Төньяҡ Кавказ фронттарында хеҙмәт итә. 1943 й. 31 ғин. Сталинград ҡ. 64‑cе армияның штаб нач. ген.-майор Л. 6‑cы немец армияһы командующийы ген.-фельдмаршал Ф.Паулюсты әсиргә ала. 1943—53 йй. тикшереү аҫтында була, аҡлана. 1953 й. дек. башлап Көньяҡ Урал хәрби округының штаб нач., 1957 й. — СССР Ҡораллы көстәренең Ген. штабында эшләй, 1958 й. июненән Ген. штабтың Хәрби акад. (Мәскәү) уҡыта. 1965 й. 30 нояб. алып отставкала. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (?, 1942, 1943), 1‑cе дәрәжә Кутузов (1943), 1‑cе дәрәжә Ватан һуғышы (1985), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: На пути к перелому. М., 1977; У Волги и на Кубани. М., 1986.
Әҙәб.: Курганов Д., Федин П. На алтарь Победы. Белебей, 2000.
Р.В.Гәрәев
Тәрж. М.Х.Хужин
фото