Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАННАНОВ Шакир Фәтих улы

Просмотров: 1179

МАННАНОВ Шакир Фәтих улы [1.10.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡыяуыҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 23.4.1973, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Стәрлетамаҡ с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. шул уҡ р‑ндың Октябрьский а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып һәм 1945—54 йй. Ишембай р‑нында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. сент. алып Дон, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 260‑сы уҡсылар див. 1030‑сы уҡсылар полкында тоҫҡаусы, орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. М. 1943 й. дек. Украина ССР‑ының Золотой Рог а., 1944 й. июлендә Ковель ҡ. (Украина ССР‑ы) һәм 1944 й. 21 сент. Шамоцин ҡ. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ бу‑ ла. 1945 й. сержант М. демобилиза‑ циялана. 1954—72 йй. ҡасабаның элемтә бүлексәһендә эшләй. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 1‑се (1945), 2‑се (1944) һәм 3‑сө (1943, ?) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Октябрь‑ ский а. урамға уның исеме бирел‑ гән. Шунда уҡ мәҙәниәт йорто би‑ наһына М. мемориаль таҡтаташ, Ишембай ҡ. бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Е р о ш и н А.Е. Весёлый артилле‑ рист //Не ради славы. М., 1969. 

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.:Ш.Ф.Маннанов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022