МОРЕВ Николай Николаевич
МОРЕВ Николай Николаевич (25.7. 1917, Петроград губ. Павловск ҡ. — 5.8.1997, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Рыбинск, 1941 й. — Өфө моторҙар эшләү з‑дтарында эшләй. 1942 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. июненән Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһының 9‑сы механизацияланған корпусы 69‑сы механизацияланған бригадаһының миномёт батареяһы расчёты ком. кесе сержант М. 1943 й. 22—29 сент. Украина ССР‑ының Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) һәм 1967—73 йй. Өфө агрегат з‑дында эшләй, 1955 й. алып Рыбинск механика з‑дында баш инженер, 1957 й. — Өфөнөң “Гидравлика” з‑дында, 1973— 77 йй. Өфө приборҙар эшләү з‑дында цех начальнигы. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Рыбинск ҡ. М. уҡыған авиация колледжы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәб.: П а н а с е н к о С. Ни шагу назад //Cыны отчизны. Уфа, 1981.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Х.Хужин