Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУШНИКОВ Георгий Иустинович

Просмотров: 1382

МУШНИКОВ Георгий Иустинович [7.12.1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Айбаш а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 3.2.1983, Өфө ҡ.], лётчик, подполковник (1958). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов хәрби авиация лётчиктар мәктәбен тамамлаған (Пермь ҡ., 1943). 1941 й. алып Совет армияһында. 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия штурмлау авиация корпусы 8‑се гвардия штурмлау авиация дивизияһы 140‑сы гвардия штурмлау авиация полкының звено командиры өлкән лейтенант М. 111 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1958) ӨМЭПБ‑ла эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944), Александр Невский (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1956) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. 74‑се урта мәктәп һәм ошо мәктәптең хәрби дан музейы М. исеме менән аталған, шулай уҡ уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Бөрө ҡ. уның исеме урамға бирелгән, Мемориаль комплекс территорияһында М. һәйкәл, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Корсунь‑Шевченковский ҡ. Геройҙар аллеяһында иҫтәлекле таҡта ҡуйылған.

  Әҙәб.: И в том вся жизнь //Люди легенд. Уфа, 1980.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.01.2023